1.Ҡазанда үткән Рәсәй халыҡтарының милли әҙәбиәте конференцияһына 12 төбәктән – Уралдан, Алтайҙан, Идел яны һәм илдең төнъяҡ – көнбайышынан – өс тиҫтәнән ашыу әҙип йыйылды. Башҡортостандан биш яҙыусы: етәксебеҙ Айгиз Баймөхәмәтов, Камил Зиганшин, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Миләүшә Ҡаһарманова, мин барҙыҡ.
2. Электрон вариантта ошо төбәк яҙыусыларының әҫәрҙәренән торған 500 битлек ҡалын альманах баҫылды, дөрөҫөрәге тәҡдим ителде. 100-ҙән ашыу төрлө милләт әҙиптәренең шиғыр-хикәйәләре урын алған унда. Ошо китаптың төп эксперттарының береһе филология фәндәре докторы, профессор, Татарстандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Дания Фәтих ҡыҙы Заһиҙуллинаның башҡорт авторҙарының альманахҡа тапшырылған әҫәрҙәрен юғары баһалауы һөйөндөрҙө. “Башҡорт әҙәбиәте элек тә СССР, Рәсәй мәҙәни тормошонда матур урын биләне. Бөгөнгө яңы быуын яҙыусылары ла художестволы кимәлде төшөрмәй күңел биреп ижад итә икән,” – тине ул. Китапҡа Башҡортостандан Тансулпан Ғарипова, Ҡәҙим Аралбай, Хәсән Назар, Йомабикә Ильясова, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Тамара Искәндәриә, Зөлфиә Ханнанова, Лариса Абдуллина һб әҫәрҙәре ингән. Ғалимәнең шулай уҡ бер фекере хәтергә уйылды: “Әҙәбиәт ғилеме һәм әҙәби тәнҡит – ул шул уҡ ижад һәм күп көстө талап иткән оло хеҙмәт тә. Шуға күрә был өлкәгә лә иғтибар булырға һәм был тәңгәлдә лә конкурстар, уҡыуҙар үткәрелергә тейеш!” Дөрөҫ, тәнҡитһеҙ үҫеш юҡ.
Бөтә Рәсәй проектының эксперт советы етәксеһе, филология фәндәре докторы Анатолий Андреев: “Альманахты беҙ тик иң көслө әҫәрҙәрҙән генә төҙөргә тырыштыҡ. Шуға күрә лә был антология беҙгә бөгөнгө әҙәби процесты тулы килеш күрергә мөмкинлек бирә. Эштәр ошолай берҙәм һәм ойошҡан рәүештә барһа, бер нисә йылдан һуң һәр милли әҙәбиәттең үҫеш юлы динамикаһын аныҡ күрә аласаҡбыҙ ҙа, “ – тип билдәләне. Әйтергә кәрәк, ҡайһы бер милләт вөкилдәренең әҫәрҙәре художество йәһәттән тейешле талапҡа яуап биреп етмәй, тип тә еткерҙеләр. Башҡортостан, Татарстан яҙыусылар ижады күптәргә өлгө был йәһәттән.
3. Бөгөнгө конференция-проекттың етәксеһе яҙыусы Мамед Хәлиловтың: “Рәсәй халыҡтарының милли әҙәбиәтенә тейешле иғтибар Рәсәй Президенты күрһәтмәһе буйынса эшләнә. Беҙҙең бурыс, конференция үткәреү генә түгел, ә милли әҙәбиәткә даими анализ үткәреү системаһын булдырыу һәм, профессионал эксперттар йәмғиәте булдырып, уларҙың ярҙамы менән дәүләт һорауына ярашлы эштәр алып барыу йөгө лә йөкмәтелә”, – тигәнен Президент һәм дәүләт кимәлендә яҙыусының үҙенә лә, ижадына ла иғтибар артыуы тип аңланыҡ.
Мамед Ғаджихәлил улының тағы ла бер фекере уйға һалды: “Беҙ инглиз, француз, күрше дәүләттәге ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ әҙәбиәтен кинәнеп өйрәнәбеҙ. Ә эргәбеҙҙә терәлеп йәшәп ятҡан , әйтәйек мари булһынмы, мордвамы, уларҙың яҙыусыларын да, ижадтарын да тейешле кимәлдә белмәйбеҙ. Булған күңел байлыҡтарыбыҙҙы уртаҡлашып, матур өлгөләрҙе тәржемәләп, үҙ-ара аралашып йәшәргә кәрәк”. Дөрөҫ бит?!
4. Татарстан яҙыусылары беҙгә, башҡорттарға, иҫ киткес ихласлыҡ, туғандарса мөнәсәбәт күрһәтте. Ҡайҙа ла уларҙың айырым ҡарашын, йылы усын тойҙоҡ. Аэропортта уҡ Татарстан китап нәшриәте директоры, күренекле яҙыусы Рөстәм Ғәлиуллин ҡаршы алды, оҙатып ҡуйҙы, сәғәт-минут һайын хәлебеҙҙе һорашып, белеп торҙо. “Ас түгелһегеҙме? Берәй ҡайҙа барырға кәрәкмәйме? Йомошоғоҙ бармы?” – ысын мәғәнәһендә туғандарса, ҡәрҙәштәрсә хәстәрлек булған ерҙә үҙеңде иҫ киткес тыныс һәм ышаныслы тотаһың, кинәнес кисерәһең.
Ҡунаҡханаға килеп урынлашҡас та Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Илгиз Хәликов, машина ебәреп, үҙенә саҡырып алды. Институт, уның эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, ҙур табын ҡороп ҡунаҡ итте, бүләктәр тапшырҙы. Илгиз Илдар улы үҙе беҙҙең яҡташ, Стәрлебаш егете. “Үҙемдең яҡташтар менән бер күрешеп һөйләшмәһәм, йоҡом йоҡо түгел минең,,” – тип шаярып та алды. Бәлки, дөрөҫтөр ҙә. Ундағы рухиәт, милли ҡомартҡылар, милләттең киләсәге хаҡында һөйләшеү мәңгегә хәтерҙә ҡаласаҡ. Рөстәм дә, Илгиз дә Айгиз менән тиңдәштәр, дуҫтар ҙа. 40-ҡа етеп килгән аҡыллы һәм зыялы замандаштарыбыҙ. Уларҙың юғары вазифалар биләүе һәм үҙ эштәрен илһамланып, яратып алып барыуҙары һоҡландырҙы.
Конференция башланыр көн алдынан Татарстан Яҙыусылар союзы рәйесе Ркаил Зәйдулла менән Ғәзинур Мораттың (икеһе лә халыҡ шағиры) ҡунаҡханаға күстәнәстәр тотоп, беҙҙең (башҡа республика түгел, именно Башҡортостан яҙыусыларының) хәлде белергә килеүе үҙе бер байрам булды. Шуныһы һоҡландырҙы, башҡорт шиғриәтен шаҡтай шәп беләләр. Ҡайһы бер шағирҙарҙың шиғырҙарын яттан һөйләйҙәр. Үҙ-ара китап-журналдар менән алмаштыҡ.
Иртән уянһам йылы ғына, тыныс ҡына ямғыр яуа. Өҫтәлдә ни бары күстәнәстән бер лимон ғына ҡалған. Шунда уҡ шаян шиғыр юлдары тыуҙы.
Эй Ҡазандың һилле иртәләре,
Үҙе ямғыр, үҙе сихри моң.
Өҫтәлем буш, ярай йыуаныс бар –
Ркаилдан ҡалған бер лимон.
Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек,
Шул лимонды икегә бүләйек.
Икегә бүләйек тигәндән, конференция башланыр алдынан Айгиз менән рәйес Зәйдулла кабинетына барып инһәк, татарҙарҙың атаҡлы әҙиптәре Рәдиф Ғаташ, Ринат Мөхәмәҙиев, Вәхит Имамов, Рөстәм Ғәлиуллин сәй эсеп ултыралар. Беҙҙе күргәс берҙәм генә күтәрелеп, ҡосаҡлап алдылар. Айгизды беләләр һәм үҙ итәләр икән. Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Динис Бүләков, Рауил Бикбайҙы бик яратып иҫкә алдылар. Уларҙың өйҙәренә лә барып йөрөй инек, тине Ринат Сафа улы. Шулай уҡ тарихи шәхестәр, Зәки Вәлиди осоро хаҡында һүҙ булды. “Башҡорттарҙың иҫ киткес ҙур батырҙары, күркәм шәхестәре күп. Күптәре әҙәбиәттә тулы килеш, лайыҡлы ғына күрһәтелмәгән. Һеҙҙең эштәрегеҙ бихисап әле, егеттәр, яҙығыҙ улар тураһында”, – тип кәңәш биреп, бер нисә шәхестең исемен дә атаны Ринат Мөхәмәҙиев һәм китаптарын бүләк итте.
5. Һүҙ аҙағында үҙебеҙҙең Камил Зиганшиндың конфренцияны асҡандағы сығышынан бер фекерҙе лә теркәйем: “Беҙҙең милли әҙәбиәтебеҙ күп ҡатлы ҡунаҡсыл йортто хәтерләтә миңә. Һәр телдең үҙ фатиры һәм улар барыһы ла бер ҡыйыҡ аҫтында. Рәсәй бит биләмә буйынса ғына иң ҙуры түгел был донъяла, шулай уҡ төрлөлөгө, үҙ-ара дуҫлығы менән дә иң байы бит ул. Һәр тел ҡәҙерле һәм ул –боронғолоҡ менән киләсәкте тоташтырып тороусы халыҡ хәтере коды ла. Ә унда милләттең тарихы ла, мәҙәниәте лә, донъяға ҡарашы ла сағылыш тапҡан”. Тел йәшәй икән, әҙәбиәт тә йәшәй, халыҡ та бар, тип өҫтәйһе генә ҡала.
Мөнир ҠУНАФИН

